Кто не знает фильма «Беги, Лола, беги», где маленький курьер большого бизнеса теряет сумку с деньгами своего босса, и спасти его может только Лола… При чём здесь театр, спросите вы. А фишка состоит в том, что комедия «Беги, Харис, беги» — не просто аналогия в названии, но такой же стремительный, почти детективно разворачивающийся сюжет.
Бер саҡ Харис ҡатыны менән телевизор ҡарап ултыра, ә башында бер генә уй: нисек яйын табып, иртәнсәк һөйәркәһе янына инеп сығарға? Шул ваҡытта, йүгереүҙең файҙаһы тураһында аҡыл һаталар телевизорҙа. «Мин дә йүгерә башлайым», — ти ул эргәһендә ултырған ҡатынына. Күптән кәрәк ине, ти уныһы ла, мисәт баҫып. Үҙҙәренең йортонда йәшәүсе берәүҙең, йүгерә башлағас, тәмәкеһен ташлағанын да иҫләп лығырҙап ала. «Тем паче, — ти Харис, -бәлки, мин дә ташлармын, көндөң теләһә ҡайһы ваҡытында йүгерһәң дә ярай бит әле»,- тигән уйҙа иртән кроссовкиҙар менән спорт костюмын кейә лә, сығып китә. Ә ҡатындың, шатлығынан йөҙҙәре ай һымаҡ балҡый: «Башта әкренерәк кәрәк, бик ҡыҙыу тотонма», — тип ҡала. Шулай итеп, бер көн иртән саба-йүгерә барып керә ул Фаинаның өйөнә. Ә Фаинаның ире, әле генә, командировкаға тип, аэропортҡа сығып киткән була. Тик, ай-һай, көнө боҙолоп тора, самолет осор микән?
Источник и фото: Администрация Хайбуллинского района (vk.com)
На правах рекламы ® 12+